8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан бында отошло хаҡҡа йомшаҡ уйынсыҡ һатыу ойошторолған.
Акция тураһында ишеткәндәр барыһы ла сауҙа үҙәгенә ағылған. Күптәр сиратҡа баҫҡан. 39 һумға тәҡдим ителгән йомшаҡ уйынсыҡ етмәүенә борсолған һатып алыусылар этеш-төтөш һәм тартҡылаш ойошторған.