Көндәр йылытыу менән һыу ятҡылыҡтарын ҡаплаған боҙ ирей башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла. Көндәр йылытыу менән һыу ятҡылыҡтарын ҡаплаған боҙ ирей башланы. Уны өҫтән ҡояш нурҙары, аҫтан яҙ көсәйгән ағым ашай. Был ғүмер өсөн айырыуса хәүефле. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республика ҡотҡарыусылары йылға-күлдәргә рейдтар һанын арттырҙы. Улар барышында төп иғтибар балыҡсыларға һәм балаларға йүнәлтелә. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.    

Өфө йылғаһының Сипайлово биҫтәһе эргәһендәге был ҡултыҡ балыҡсыларҙың яратҡан урындарының береһе. Ҡышҡы һалҡындарҙа ла, йәйге селләлә лә унан халыҡ өҙөлмәй. Бөгөн дә иртәге сәғәттәр булыуға ҡарамаҫтан ир-аттар боҙ өҫтөнә ағылған. Улар әйтеүенсә, бер кем дә табыш артынан ҡыумай, иң мөһиме саф һауала рәхәтләнеп ял итеү.   

Балыҡ тотоу нисек кенә күңелле булһа ла, уның кире яғы ла юҡ түгел. Әлеге ваҡыттың боҙҙоң ҡалынлығы урыны менән метр ярымға етһә лә, ул көндән-көн йоҡара бара. Әммә йыш иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, ир-аттар ҡомарға бирелеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп ебәрә.   

Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында белгестәр был көндәрҙә аңлатыу эштәре менән рейдтарҙы көсәйтте. Улар балыҡсылар менән әңгәмә үткәреп, ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлата.  

Яҙғы осорҙа балаларға ла иғтибарҙы көсәйтеү кәңәш ителә. Уларға боҙҙа уйнау ваҡыты үткәнен, һыу буйҙарында йөрөү хәүефле икәнен аңлатырға кәрәк. Был йәһәттән ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа әүҙем эшмәкәрлек алып барырға бурыслы.   

Республика ҡотҡарыусылары хәүефле миҙгелгә алдан уҡ әҙерләнә башлаған. Бының өсөн улар кәрәкле йыһаздар һәм техникалар менән тәьмин ителгән.  Шуларҙың береһе - һыуҙа ла, ерҙә лә йөрөй алыусы Трэкол тип аталған Рәсәй транспорты. Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отрядына ул бер нисә йыл элек һатып алынған. Ошо ваҡыт эсендә вездеход бар һынауҙарҙы ла уңышлы үткән.

Ҡотҡарыусылар көн һайын төрлө урындарға ярҙамға ашыға. Бер көн элек кенә улар Архангел районында теркәлгән тимер юлындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Юғары ҡаҙаныштары өсөн отряд хеҙмәткәрҙәре 2004 йылда Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип таныла.

И.Байбулатов