Яҡшы эштәр формулаһы. Ошо исем аҫтында Благовещен районының социаль проекттарына аҡсалата ярҙам күрһәтелә.
Район хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, социаль проекттар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итә. Шуға күрә төрлө инициативалар конкурсы үткәрелеп, уларҙың ҡайһы берҙәре аҡсалата дәртләндерелә. Әһәмиәтле идеяларға ярҙам итеү өсөн бағыусылар төрлө күләмдәге сертификат тапшыра. Был юлы Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбе лә 300 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Белем усағы профилле йүнәлештәр буйынса балаларҙың оҫталығын камиллаштырыу өсөн виртуаль кабинет өҫтөндә эшләй. Проект Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Әлфинә Килдейәрова