Сөнки тейешле шарттар тыуҙырылмаған осраҡта уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәсәктәр. Әле ҡатындың бәләкәй улы балалар йортона урынлаштырылған. Махсус хеҙмәттәр хәлде төҙөтеү өсөн ярты йыл ваҡыт биргән. Ишле бала әсәһенең чиновниктар менән ябай булмаған мөнәсәбәте тураһында БСТ каналының киләһе репортажы.
Емерелеп торған стеналар, буяуы уңып, ҡойолоп бөткән түшәм менән иҙән. Был Марина Кудряшеваның фатирында төҙәкләндерелергә тейешле эштәрҙең бер өлөшө генә. Сөнки йыуыныу бүлмәһен һәм бәҙрәфте тәртипкә килтереү күберәк көс талап итәсәк. Махсус хеҙмәттәрҙе тап ошо бүлмәләрҙең торошо аптырата ла инде.
Айына 12 мең генә хеҙмәт хаҡы алған Марина Кудряшева ла ремонт ҡайғыһы юҡ. Дүрт баланың икәүһе әле бәлиғ булмаған. Опека органдары иң бәләкәстәре – 13 йәшлек Ваняны балалар йортона урынлаштыра ла инде.
Ғаилә осон-осҡа ялғап йәшәй, ҡатын йыш ҡына өҫтәмә эш табырға тырыша. Һөҙөмтәлә уның балаларын тәрбиәләүгә ваҡыты ҡалмай. Әммә Марина Кудряшева әйтеүенсә, уларҙың үҙ-ара мөнсәбәттәре яҡшы. Улы ла көн һайын тиҙерәк өйгә ҡайтырға теләүен белдерә.
Белгестәр әйтеүенсә, эш торлаҡ шарттарында, фатирҙа ремонт юҡлыҡта ғына түгел. Марина Кудряшеваның улы асарбаҡҡа әйләнеп бара. Уны ғаиләнән бер йыл элек үк алғандар, тәүҙә реабилитация үҙәгенә, унан балалар йортона. Әммә әсәһе ошо ваҡыт эсендә улын ҡайтарыу өсөн бер ниндәй сара ла күрмәгән.
Йыл башында Марина Кудряшеваның әсәлек хоҡуҡтарын сикләү тәҡдиме индерелгән һәм хәлде төҙөтеү өсөн 6 айға һынау ваҡыты бирелгән. Ә ғаилә менән ирекмәндәр ҡыҙыҡһына башлағандан һуң был осраҡ киң йәмәғәтселек ҡарамағына ла сығарыла. Улар ишле бала әсәһенең фатирында ремонт яһарға ниәтләй.
Марина Кудряшеваның һәм ирекмәндәрҙең торлаҡты тәртипкә килтереү өсөн ике айҙан ашыу ваҡыты бар. Ошо осорҙа тейешле документтарҙы ла туплау мотлаҡ. Ирекмәндәр битараф булмағандарҙы ярҙам ҡулы һуҙырға саҡыра. Кескәй Ваня ғаилә йылыһын тойоп, әсәһе янында үҫһен өсөн тағы ла бер мөмкинлек биреү мөһим, ти улар.
Р.Кәримова.