Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары составындағы боронғо ҡәбилә – юрмый ырыуы вәкилдәре Баҡалы районында ҡор йыйҙы.
Мостафа бик боронғо ауылдарҙың береһе. 1795 йылғы 5-се ревизия халыҡ иҫәбен алыуҙа унда 6 йортта 46 башҡорт йәшәһә, татарлар үҙҙәренең 17 йорт хужалығы менән йәшәп килгәндәр.
Юрмыйҙар башҡа башҡорт ҡәбиләләре кеүек, үҙ олоҫон булдырып йәшәгән халыҡ. Һәм уларҙың көнитмеше күрше ҡәрҙәш ырыуҙар - байлар, бүләр, йылан, ҡырғыҙ, ҡатайҙар менән ныҡ тығыҙ. Биләмәләре лә уларҙың сиктәш. Баҡалы районында Мостафа, Ҡатай, Иҫке Ҡорос, Урманай, тағы ла бер нисә ауыл юрмый ырыуына ҡарай.
1917 йылда Башҡорт автономиялы республикаһы барлыҡҡа килгәндә уларҙың күп ауылдары хәҙерге Татарстан республикаһы составында- әлеге Аҙнаҡай, Әлмәт, Мөслим, Лениногорск райондарынла тороп ҡалған. Был ырыуҙарҙың һәм ауылдарҙың боронғо олоҫ буйынса бүленеү карталарныда асыҡ күренә.
Йыйында был ырыу һәм уның ауылдарының тарихы, ерле һөйләштең үҙенсәлектәре тураһында йөкмәткеле сығыштар яңғыраны.
Меңдәр төйәге Әлшәй районында ғәйнәләрҙең Ғәйниямаҡ, Ғәйнә ауылдары булһа, юрмыйҙарҙың да бер сарпыһы мең ҡәбиләһе ерҙәрендә лә бар икән. Шундай ҡыҙыҡлы тарих биттәре асылды был йыйында.
Йыйында бик абруйлы зыялыларҙан торған Юрмый ырыуы Советы ойошторолдо, ырыуҙың Гербы раҫланды.
Рәшиҙә Ишембәтова