Башҡортостанда йәшәүсе мариҙар өсөн фин-уғыр халыҡтары байрамы ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яҙҙың тәүге көндәрендә Мишкә районында үткән сарала төбәктең төрлө район- ҡалаларынан йыйылған ижади коллективтар ҡатнашты. Башҡортостанда йәшәүсе 100 меңдән ашыу марый халҡын берләштергән байрамда йыр-моң, уйындар иртәнән кискә тиклем дауам итте. Тулыраҡ мәғлүмәт БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостанда 160-ҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй һәм уларҙың һәр береһенә үҙенә хас тарихи йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр урын алған. 17-се быуат башында республикага Волга буйынан күсеп килгән халыҡтарҙың береһе – мариҙар һәм бөгөн улар Башҡортостандың айырылмаҫ бер өлөшө. Үҙенсәлекле, халыҡсан  байрамдарын да республика мариҙары йылдағыса күләмле саралар менән ҡаршы ала.

Республика район-ҡаларынан йыйылган 12 фольклор ансамбль артистары берҙәмлекте, туған телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен данлаған йырҙарҙы башҡарып беренселектә көс һынашты. Йыр-моң, милли уйындар араһында ойошторлған тәнәфестәрҙә ҡунаҡтар ризыҡтарга бай өҫтәлдән тәм-томдар ауыҙ итеп ҡыуанды. Таң менән ҡойолған ҡоймаҡ, һөт һәм ит ризыҡтары урындағы мәҙәниәт йорто майҙанында йыйылған тамашасыларға ла хуш килде.

Милли рух бәләкәйҙән тәрбиәләнергә тейеш тип уйлаған Ҡалтасы районы мариҙары ижади коллективта йәш гармунсыны үҫтереп алған. Туғыҙ йәшлек Иван Петраев күптән район байрамдарының яратҡан һәүәҫкәр артистарының береһе тип һанала.

Башҡортостанда 100 меңдән ашыу марый халҡы вәкиле йәшәй.  Рәсәй буйынса был һандар бер төбәккә күсеп килгән  иң ҙур милли диаспора булыуын иҫбатлай.

Башҡортостанда ике йөҙгә яҡын ауыл - мариҙар ауылы  һәм уларҙың мәктәптәрендә балалар туған телен өйрәнеп үҙ милләтселеген һаҡлауга эйә. Яҙ, татыулыҡ, берҙәмлек, муллыҡты  данлаған «Өйәрнә» байрамы марый халҡының киләсәген һаҡлау өсөн тағы ла бер этәргес булып тора.

Ф.Ким