Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан күтәренке кәйеф

Your browser doesn't support HTML5 video.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республиканың төп телеканалы байрам акцияһы ойошторҙо.

«Сәләм» тапшырыуы алып барыусылары Наил Юнысов менән Иван Тихонов Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһендә Ләлә гөлләмәләре таратты. Бының өсөн 3 мең сәскә әҙерләнгәйне.

Гүзәл зат вәкилдәре әлегә тиклем зәңгәр экрандар аша ғына ҡарап белгән хеҙмәткәрҙәр менән селфи төштө.Әммә был фотолар иҫтәлек кенә булып ҡалмаясаҡ, ә төрлө бүләктәр отоу мөмкинлеге лә бирә. Акцияла  ҡатнашыу өсөн партнерҙарҙы билдәләп фотоһүрәттәрҙе социаль селтәрҙәрҙә һалырға кәрәк. Еңеүселәр 9 һәм 19 мартта «Сәләм» тапшырыуында иғлан ителә.

Илдар Байбулатов