Бөгөн Өфөлә – урам хоккейының плей-офф уйындары

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттарын, төрлө тармаҡта эшләүселәрҙе бергә йыйған сара баш ҡалала беренсегә ойошторолдо. Урам хоккей лигаһы туғыҙ команданы берләштерә. Аҙна һайын уҙған уйындарҙың бөгөн финалы үтте.

Урам хоккей лигаһы профессиональ уйындарҙан бер ҙә ҡайтыш түгел. Ул тик ҡайһы бер ҡағиҙәләр буйынса ғына айырыла. Сөнки уйынсыларҙа махсус кейемдәр юҡ. Осрашыу ҡыҙыу үтте. Еңеүсе командалар иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде. Ойоштороусылар матчтарҙы киләсәктә лә уҙғарырға теләй. Маҡсаттары бағымсылар йәлеп итеп, республика кимәленә сығыу.

Азат Ғәлиуллин