Ҡатын-ҡыҙ һәм сәйәсәт. Республиканың «Ватандаш» ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис журналы ойошторған форумда гүзәл зат вәкилдәренең сәйәсәт өлкәһендә биләгән урыны тураһында фекер алышынды.
Сарала республикабыҙҙың билдәле зыялы ҡатын-ҡыҙҙары, сәйәсмәндәр һәм йәмәғәтселәр, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Улар форумдың көн тәртибенә сығарылған проблеманың бик үк йыш күтәрелмәүен, шул уҡ ваҡытта сәйәсәт өлкәһендә уңышлы эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуын билдәләне. Башҡортостан парламентындағы ғына, мәҫәлән, 18 депутат ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Гүзәл зат вәкилдәре көнүҙәк проблемалар буйынса асыҡ форумдар эшендә лә әүҙем ҡатнаша.
Азат Ғәлиуллин