Бөгөн күп ғаиләләрҙә ир-аттар аш бүлмәһендә. Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүсе Мәхмүтовтарҙың байрам көнөн нисек уҙғарыуын БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.
Лилиәнең исеменә есеме – ул сәскә күңелле. Гөлдәре фыл әйләнәһенә сәскә ата. Өйҙәренә инер алдынан да иң тәүҙә сәскәләр ҡаршы ала. Байрам иртәһендә яратҡан шөғөлөн ҡыҙы Асселгә лә өйрәтә.
Ә был ваҡытта аш бүлмәһендә ғаилә башлығы ике улы менән ҡоймаҡ ҡоя. Беренсе тапҡыр икәнлеген йәшермәйҙәр. Йыл һайын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамында улар үҙенсәлекле бүләк эшләргә күнеккән.
Мәхмүтовтар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының Шәжәрә номинацияһында беренсе урын алған. Йәш быуынға үҙ нәҫел тамырҙарын белеү кәрәклеген аңлатып үҫтерәләр. Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр.
Байрам уңайынан көслө зат вәкилдәре әҙерләгән табында ла киләсәккә пландар һөйләшелә. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙың хыялдары ҙур. Ә артабан атай кеше улдары менән бергә алъяпҡысты көрәккә алыштыра. Ҡар көрәргә үҫеп килгән малайҙар ҙа ярҙам итә.
Мәхмүтовтар Шамонин ауылында ҙур йорт һалып ингән. Әйтергә кәрәк, үҙ көстәре менән төҙөгән матур өй үҙе лә йыраҡтан бында Өлгөлө ғаилә йәшәй тип саҡырып тора.
Рәмилә Исмәғилева