Дүрт йәшен тултырған малай һөйләшмәй, атламай, хатта үҙаллы ултыра ла алмай. Ул балалар церебраль фалижы менән сирләй. Баланың әсәһе әйтеүенсә, бындай диагноз сабый саҡта уҡ ҡуйылған. Шул ваҡыттан алып Сәғитовтар улдарының һаулығы өсөн көрәшә. Артурға Силәбеләге медицина үҙәгендә ярҙам итергә әҙерҙәр, тәүге реабилитация курстары ла ыңғай һөҙөмтәләр күрһәткән. Әммә бының өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Матди яҡтан ярҙамға мохтаж йәш ғаилә менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты.
Был йәнһүрәтте Артур көн һайын ҡарарға ла әҙер. Балалар церебраль фалижы менән сирләгән малай Сәғитовтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Уның әсәһе әйтеүенсә, ауырлы саҡта сиргә килтерерлек бер ниндәй билдәләр ҙә булмай. Әммә тыуған көндә үк улы тартыша башлай, тыны ҡыҫыла һәм тәне ҡыҙара.
Тәүҙә Сибайҙа, һуңынан Республика балалар клиник дауаханаһында ай ярым самаһы ятҡандан һуң малай һауығып сыға. Һәр хәлдә Өфө табиптары шундай һығымтаға килә. Әммә ысынбырлыҡта организмдағы сир минут һайын үҙен хәтерләтеп тора. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән Сәғитовтар түләүле клиникаға мөрәжәғәт итә.
Күптән түгел ғаилә улдарын Силәбеләге медицина үҙәгенә алып бара.Тәүге дауалау курсынан уҡ күҙгә күренерлек үҙгәрештәр һиҙелә. Малай ятҡан урынан әйләнә башлай, башын күтәрә, ҡулдарын ҡыбырҙата. Әммә ҡытай белгестәренең ярҙамы ҙур сығымдар талап итә. Бер курс 150 мең һум самаһы, тулы реабилатация курсы алыу өсөн йылына кәмендә биш тапҡыр күрше өлкәгә барырға кәрәк.
Әле атай кеше генә вахта ысулы менән эшләй. Фатирҙың ипотекала, тағы ла ғаиләлә бәләкәй ҡыҙ булыуын иҫәпкә алғанда Сәғитовтар бындай сумманы үҙҙәре генә күтәрә алмай. Шуға ла улар изге күңелле барлыҡ кешеләрҙән ярҙам һорай. Аҡсаны әле экранда күргән телефон буйынса Һаҡлыҡ банкы картаһына күсерергә мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Илдар Байбулатов