Ул сүп-сар полигондары һәм комплекстары эшен күҙәтеү, ҡалдыҡтар хәрәкәтенең асыҡлығын тәьмин итеү, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең аныҡ хаҡын билдәләү мөмкинлеген бирә. Былтыр эшләй башлаған автоматлаштырылған система аша республиканың барлыҡ контейнер майҙансыҡтарынан ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы күҙәтергә мөмкин. Система ҡалдыҡ сығарыусы машиналарҙың контейнерҙар янында ҡасан булғанын минутына тиклем теркәй.