Өфөнөң “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә саңғы марафоны уҙҙы

Спорт сараһында Рәсәйҙең 32 төбәгенән һәм 87 ҡалаһынан 490 саңғысы ҡатнашты. 50 километрлыҡ ир-егеттәр марафонында Татарстан вәкиле беренсе булды. Икенсе, өсөнсө баҫҡысҡа Башҡортостан спортсылары күтәрелде. Ошо уҡ дистанцияла ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ярышта республикабыҙ саңғысыһы өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте.