Уҙған йылда халыҡтың 50 процентын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу маҡсат итеп ҡуйылған. Әммә 6 процент ҡына булған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан аңлатыуҙарынса был коронавирус арҡаһында ҡабул ителгән сикләүҙәр менән бәйле. Кешеләргә изоляцияла булырға тура килгән.