Башҡортостанда юл соҡорҙарын ямау өсөн 10 миллиард 100 миллион һум үҙләштерелгән

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән видеокәңәшмәлә шул турала хәбәр ителде. Ремонт өсөн бөтә район һәм ҡалаларға бер тигеҙ сумма бүленгән, әммә 44 муниципалитет ҡына аҡсаны тулыһынса үҙләштерә алған. Андрей Назаров соҡорҙарҙы ямауҙан ҡалышҡан район һәм ҡалаларға аҙна аҙағынаса мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.