Хөкүмәттәге видеокәңәшмәлә юл яны сервисы мәсьәләһе ҡаралды

Әле район һәм ҡалаларҙан объекттар төҙөлөшө өсөн 664 ер участкаһы биреү буйынса тәҡдимдәр килгән. Экспертизанан һуң 217 биләмә һайлап алынған. 1 апрелгә исемлеккә 500 биләмә индерелергә тейеш. Аҙаҡ ер участкаларының адресы Инвестиция порталында теркәлә һәм инвесторҙар юл яны сервисы төҙөү өсөн оҡшағанын һайлай ала. Бөгөнгә исемлектә 30 проект, бының өсөн 3 миллиард 800 миллион һум йәлеп ителә.