Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тыуыуына 100 йыл

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ошо уңайҙан яугирҙың тыуған яғы Миәкә районында иҫтәлекле саралар үтте. Йәмәғәтселек данлыҡлы яҡташының бюсына сәскә һалып, төбәк ижади коллективтары әҙерләгән театрлаштырылған концертҡа тамаша ҡылды. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле саралар Миәкә районы үҙәгенән башланды. Төбәк йәмәғәтселеге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы Дан аллеяһында Советтар Союзы геройы бюсына сәскә һалып, яу яланында башын һалған барлыҡ ҡаһарман яҡташтарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Скверҙа Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булыусыларҙың исемлеге бирелгән.

Ҡаһарман яҡташтарының рухына хәрби ҡоралдарҙан өс тапҡыр залп бирелде. Артабан, сара Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тыуған ауылы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында дауам итте. Бөйөк Ватан һуғышында кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған гвардия лейтенанты, Советтар Союзы геройының батырлығы менән яҡташтары бөгөн  дә ғорурлыҡ хистәре кисерә.

Тыуған ауылындағы мәҙәниәт йорто музейына Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың исеме бирелгән. Экспозицияла төбәк, ауыл тарихынан тыш, яугирҙың ҡайһы бер шәхси әйберҙәре һаҡлана. Улар араһында гармун да бар. Ауылдаштары биргән хәтирәләрҙә Советтар Союзы Геройының гармун, мандолина кеүек ҡайһы бер музыка ҡоралдарында оҫта уйнауы телгә алына.

Ғөмүмән, шәхестең исеме онотолмай. Район кимәлендә ойошторолған һүрәттәр конкурсы ла батырҙың исеме халыҡ хәтерендә йәшәүен аңлата.

Төп байрам тамашаһы ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә дауам итте. Тәүҙә ул ултырыш форматында үтһә, һуңынан, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тормошона арналған театрлаштырылған концерт күрһәтелде. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йыр-моңдар батырға дан һәм хөрмәт булып яңғыраны.

Азат Ғәлиуллин