Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы Дим биҫтәһендә төҙөлгән балалар баҡсаһы буйынса аңлатма бирҙе

Мәктәпкәсә учреждение 2018 йылда төҙөлә башлай. 2019 йылда төп эштәр тамамлана. Капиталь төҙөлөш идаралығы бының өсөн аҡса түләй. Былтыр май айында баҡсаны техник асыу була һәм төҙөлөш-монтаж эштәрендә етешһеҙлектәр табыла. Бынан һуң уларҙы бөтөрөү процесы башлана. Бөгөн 260 балаға иҫәпләнгән обьектта был эштәрҙе тамамлағандар. Проект документына үҙгәрештәр ҙә индерелә. Балалар баҡсаһын йәйгә тиклем сафҡа индереү планлаштырыла.