Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән “Өс таған” фильмы ҙур экранға сыҡты

Режиссер Айнур Асҡаровтың кинокартинаһы 4 көнлөк прокатта бөтә Рәсәй буйлап тамашасылар һөйөүен яулап өлгөргән. Федераль мәғлүмәт системаһы күрһәтеүенсә, картина ил буйынса прокаттағы тәүге 20 фильм исемлегенә ингән.