Әлегә рәсмиләштерелмәгән һөнәри байрам 2003 йылда илдең федераль архив хеҙмәте коллегияһы ҡарары менән булдырылған. Рәсәйҙең архив фондында 610 миллиондан ашыу материал бар. Һуңғы йылдарҙа муниципаль һәм дәүләт архивтарына бүленгән майҙан күләме 2 тапҡырға артҡан. Архив бүлектәренең барыһы ла компьютер менән тәьмин ителгән. Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Зөфәр Ғәтиәтуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика Архив фондында 7 миллион 300 мең документ иҫәпләнә. Ҡиммәтле архив документтарын электрон рәүешкә күсереү, боронғо яҙмаларҙың тейешле сифатта һаҡланышын тәьмин итеү, ойошмаларҙан дәүләт һаҡлауына документтар ҡабул итеү күрһәткестәре яҡшыра бара.