Уға яңы электрон борт ҡоролмаһы һәм ҡеүәтлерәк двигателдәр урынлаштырылған. Янғын һүндереү системаһы предприятиела проектланған һәм эшләнгән. Быға тиклем ул сит илдән һатып алына ине. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, модернизацияланған вертолет төпкөл урындарҙа утҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәш мөмкинлеге бирәсәк.