Был тема Республика хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Өфөгә илдең төбәктәренән 1 мең ярымдан ашыу йәш эшсе һәм инженер килеүе көтөлә. Был сараны юғары кимәлдә үткәрергә тейешбеҙ, тине Андрей Назаров. "Йәш профессионалдар" бәйгеһенең финалы быйыл июль айына планлаштырылған.