Башҡортостанда юл соҡорҙарын тигеҙләү өсөн бүленгән сумма тулыһынса тиерлек тотонолған

Был тема Республика хөкүмәтендә кәңәшмәлә ҡаралды. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда соҡорҙарҙы ямауға 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сумманың 97 проценттан ашыуы тотонолған.