Өфөлә Ҡурсаҡ театрын реконструкциялау хаҡы билдәле булды

Проект дәүләт тикшереүе үткән. Уны ғәмәлгә ашырыу 778 миллион һумға баһалана. Был сумманың 250 миллионын федераль бюджет бүлә, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығынан. Әлеге бинала ремонт яһала, шулай уҡ 4 ҡатлы яңы корпус төҙөлә. Эштәр 2024 йылға тамамланырға тейеш. Алдағы йылдарҙа шулай уҡ Рус драма театры һәм Дәүләт циркы биналарын ремонтлау планлаштырыла.