Башҡортостанда, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре юлдарында йөрөү туҡтатылды

Бындай тыйыу насар һауа шарттары арҡаһында индерелгән, тип хәбәр итәләр "Приуралье" юл хужалығы идаралығынан. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалалары янында пассажир автобустары, такси һәм йөк машиналары йөрөшө  сикләнгән. Күмертау ҡалаһы һәм Яңы Мораптал ауылы янында трассаның бер өлөшө ябылған.