Концерт залдары, стадиондар һәм кинотеатрҙар залдарын 100 процентҡа тиклем тултырырға рөхсәт бирелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн коронавирусты төбәктә тартатыуға юл ҡуймау буйынса штаб ултырышында ошо хаҡта әйтелде. Радий Хәбиров тамаша залдарын йөҙ процентҡа  тултырыу мөмкинлеген белдерҙе. Республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар ҙа сикләүһеҙ уҙғарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта һаҡланыу сараларын үтәү – битлек кейеү, биналарҙы санитар эшкәртеү һәм социаль дистанция һаҡлау ғәмәлдә ҡала.

Төбәк башлығы дауаханаларға ҡыҫҡа ваҡыттта койкалар һанын арттырырға әҙерлекле булырға ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы эксперттары тәҡдиме менән 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирлеләргә изоляция режимы 25 мартҡа тиклем үҙ көсөндә ҡала.

Рәмилә Исмәғилева