Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 132 кешегә артҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 132 кешегә артҡан.

Бөгөн стационарҙарҙа 308 пациент дауалана, уларҙың 20-һе ауыр хәлдә. Тағы ла 5200 кеше Ковид-19 вирусына ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 129 сирле һауығып сыҡҡан, яңы  инфекциянан ике үлем осрағы теркәлгән.