Өфөнөң юл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш режимына күсерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һауа температураһы түбәнәйеп, буран сығыу сәбәпле, ҡала юлдарына көрт һалды. Юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн урамға 262 берәмек техника сығарылды. Эшселәр таҙартылған ҡарҙы махсус транспортҡа тейәп полигондарға оҙатты. Юлдарҙа ҡар өйөмдәре менән ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгәндә  251-38-11 телефоны буйынса шылтыратыу һорала.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, һыуыҡ һауа торошо алдағы көндәрҙә лә һаҡлана. Урыны менән  ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 18-23, аяҙайтҡанда 30 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ 13-18 градус тирәһе һыуыҡ булыр тип фаразлана

Был миҙгелдә ҡала юлдарынан 1 млн 300 мең кубометр ҡар сығарылды. Тәүлегенә уртаса 20 мең кубометр тирәһе ҡар полигонға оҙатыла. Көн һайын график буйынса юлдарға, тротуарҙарға, туҡталҡаларға тоҙ ҡатнашмалары һибелә.

Марат Муллайәнов, Өфөнөң коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Башҡортостан юлдарында һауа шарттарының насарайыуы күҙәтелә. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, көслө елдән тыш, хәлде урыны менән һепертмә буран сығыуы һәм күреү мөмкинлегенең сикләнеүе лә ҡатмарлаштыра. Бындай шарттарҙа төбәк автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, йәйәүлеләрҙе юл аша сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра. Юлда ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта юл инспекторҙарына мөрәжәғәт итергә йә иһә  235-84-02, 233-27-31 телефон һандары буйынса дежур часҡа шылтыратырға мөмкин.

Флорида Ким