Янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән вертолеттҡа яңы электрон ҡорамалдар һәм ҡеүәтле двигатель ҡуйылған.
Утҡа ҡаршы көрәш системаһы ла импортҡа алмаш булараҡ Күмертау заводында эшләнгән. Быға тиклем ул сит илдән һатып алынған һәм өс тонналыҡ һыу багы менән йыһазландырылған булған. Хәҙер вертолет һыуҙы бер тоннаға күберәк ала һәм уны һибеү һанлы технология менән идара ителә.
Яңыртылған осоу аппараты үткеһеҙ урындарҙа ла янғындарҙы һүндереү мөмкинлеге бирә. Тиҙҙән ул «МАКС-2021» авиасалонында күрһәтеләсәк. Предприятие өсөн яңыртылған вертолеттар көрсөктән сығыу сараһы. Бөлгөнлөккә төшә барған авиация заводы былтыр эштәрҙе яйға һалып 49 процентҡа етештереү ҡеүәтен арттырған.
Айнур Кәбиров