Өфө студенттары матурлыҡ салоны асты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Идеяны тормошҡа ашырыуға былтыр тотонған. Бина табып уны үҙҙәре ремонтлағандар, хатта йыһаздарҙы үҙ көстәре менән эшләгәндәр. Ойоштороу эштәрендә Рәсәй студенттар отряды ла ярҙам иткән. Салонда студенттар уҡыуҙан буш ваҡытты үҙҙәре эшләй.

Макияж, сәс ҡырҡтырыу һәм прическа яһатыу, ҡаштарҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. Матурлыҡ тыуҙырырға өйрәтеү ҙә юлға һалынған. Бөтә төр хеҙмәттәргә студенттарға ташламалар яһала. Киләсәктә маникюр эшләп, керпек йәбештерә башлау күҙаллана.

Аделина Саҡаева, матурлыҡ салоны проекты кураторы, Башҡорт дәүләт университеты студенты

Матурлыҡ салонын хеҙмәт күрһәтеү өсөн генә түгел, йәштәргә эш урыны тәҡдим итеү буйынса ла яҡшы проект тип һанайбыҙ. Беҙ студент отрядтарынан сығыусылар ошо мәктәпте үттек. Эшкә килеүселәр ҙә буш ултырмаясаҡ тип ышанабыҙ.

Рәмилә Исмәғилева