«Һуғыш тураһында иҫләйбеҙ...» проекты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Былтыр сентябрҙә «Күңел менән йәш» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иғлан ителгәйне. Башҡортостандан финалға өс тиҫтәнән ашыу проект сыҡты.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса студенттарҙың «көмөш ирекмәндәр» менән берлектә ойошторған проекты грантҡа лайыҡ булды. Уйын формаһындағы эшмәкәрлек йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының тормошо менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Проект авторҙары бөгөн Өфөнөң «Бергә» ғаилә үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн «Батырлыҡ дәресе» үткәрҙе. Унда Андрей Ширяевтың сығышы балаларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Элемтә хеҙмәте ветераны Башҡортостан яугирҙары, уларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләне. Электрон форматтағы хәрби-тарихи уйын да фәһемле булды. Йәш быуын экран аша һалдаттарҙың һуғыш йылдарандағы шәхси әйберҙәре менән танышып, үҙ ҡулдары менән өсмөйөшлө хаттар эшләргә өйрәнде.

Балалар шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышына арналған һүрәттәргә «йән» биреүҙә лә ҡатнашты. Был юлы проект авторҙары Вәғиз Шәйхетдиновтың «Еңеүгә 65» картинаһын һайлаған. Рәссам үҙ эшендә Берлиндағы Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаусы совет һалдатын һәм аяҙ күк йөҙөндәге күгәрсендәрҙе төшөргән. Был проект уҡыусыларға үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә ил һаҡсыһы итеп тойорға мөмкинлек бирҙе.

Картинаға «йән» бирҙертеү өсөн Өфөләге үҙәк хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәлә балалар был эштә беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Үҙенсәлекле проект уларҙы хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә.

Екатерина савельева М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостандың «Көмөш ирекмәне»

Илдар Байбулатов