Туймазы район-ара судында Балакирев буйынса енәйәт эше тикшереүе дауам итә. Шаһиттарҙан һорау алына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр июндә "Фольксваген Пассат" водителе Бәләбәй – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлында ҡаршыға сығып, үҙ һыҙатына баҫҡанда алдағы машинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә транспорт саралары кюветҡа оса. Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлә. Тик ғәйеплеләр әлегәсә язаға тарттырылмаған. Сираттағы суд процессында ла Руслан Балакирев икенсе версияһын асып һалды. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Альбина Николаева туғыҙынсы ай күҙ йәштәренән тыйыла алмай. Былтыр 12 июндә ул тормош иптәше менән ике туған ағаһын юғалта. Авария мәлен ул үҙ күҙҙәре менән күрә. Бәлә булған төндә ҡатын ғаиләһе менән Туймазы районы Ҡайын-йылға ауылынан Октябрьский ҡалаһына ҡайтып килгән. Ире бер, ә үҙе икенсе машинаға идара иткән. Боролошта "Фольксваген" автомобиле килеп сығып көслө бәрелеш теркәлә. Туғандары ултырған "Лада Гранта" кюветҡа оса.
Тол ҡалған ханым ғәҙеллек эҙләй. Аварияла ғәйепләнеүсе водитель закон буйынса яуап бирергә тейеш тигән ҡарашта. Енәйәт эше Туймазы район-ара судында ҡарала.
Дүртенсе ултырыш барышында шаһиттарҙан һорау алынды. Руслан Балакиревҡа килгәндә, ул ғәйебен һаман танымаған. Тәүге процестарҙа ир руль артында үҙе булмауын иҫбатларға тырышһа, хәҙер киреһенсә, үҙем идара иттем тип бара. Өҫтәүенә, икенсе версия ла килтерә – йәнәһе лә, аварияға юл уртаһына һүнгән фар менән туҡтаған һәләк булыусыларҙың автомобиле сәбәпсе булған. Адвокат та яҡланыусыһының позицияһын дәлилләне.
Ғәйепләнеүсе ун биш йылға тиклем хөкөм язаһына тарттылырыуы ихтимал. Билдәле булыуынса, авария мәленә уның водитель таныҡлығы тартып алынған булған. Шулай уҡ медицина тикшеренеүе үтеүҙән дә баш тартҡан. Фажиғәле осраҡ буйынса суд процестары дауам итә. Киләһе ултырыш 11 мартҡа тәғәйенләнде..
Гөлназ Хәйбуллина