Башҡортостандың 10 ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр араһында фекер белешеү уҙғарылған

Унан күренеүенсә, йорт советтары рәйестәре өсөн төп проблемаларҙың береһе – граждандарҙың дөйөм мөлкәтте һаҡлау һәм подьез эсен яҡшыртыу мәсьәләләренә битарафлығы, күпселек советтарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә белгестәр һәм эксперттар, юристар, иҡтисадсылар, бухгалтерҙар ярҙамы талап ителә. Торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр идарасы компаниялар эшен 3 балға баһалай. Торлаҡ хужалары ширҡәттәрен булдырырға теләк белдереүселәрҙең күп булмауы ла теркәлгән.