Йәштәр хоккей лигаһында плей-офф барышында “Толпар” һәм “Югра мамонттары” үҙ-ара осраша. Ханты-Мансиҙа беренсе уйын үтте. Унда йәш юлаевсылар 3-2 иҫәбенә еңеү яуланы һәм серияла алға сыҡты. Өс еңеү яулаған команда сирек финалға үтә. Бөгөн командалар араһында икенсе уйын уҙа.