Йылайыр, Федоровка, Хәйбулла райондарында буран ҡотора

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был  төбәктәрҙә  50 ауылға еңел автомобилдә үтеп булмай.  Хәйбуллалағы хәлдәр менән район хакимиәте белгесе Сәлимә Байгилдина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хәлде контролдә тота. Бында оператив штаб эшләй. 60-тан ашыу техника һәм хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән.

Башҡортостанда һалҡын көндәр һаҡлана. Иртәгә республика буйынса бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары. Һауа температураһының төндә -20, -25, аяҙытҡанда -30 градусҡа тиклем һыуыҡ, көндөҙ -10, 15 градус һалҡын булыуы күҙаллана. 13 мартта башлыса яуым-төшөмһөҙ.