“Шайморатовсылар – легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре”

Өфөлә “Шайморатовсылар – легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” исемле белешмә китап сыҡты. Унда Башҡортостанда тыуған йәки Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ынан саҡырылған яугирҙәрҙең биографияһы баҫылған. Баҫма сикле тираж менән сығарылған һәм республика китапханаларына таратыласаҡ.