Башҡортостанда “ПолитСтартап” партия проектына старт бирелде

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, проектта алдан тауыш биреүҙә көсөн һынап ҡарарға теләгәндәр ҡатнаша ала. Партия уларҙы Өфө ҡала советына һайлауға әҙерләй. Кандидаттар 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Улар өсөн онлайн уҡытыу үткәрелә, билдәле сәйәсмәндәр менән осрашыуҙар ойошторола. “ПолитСтартап” проектына теркәлеү 3 майға тиклем дауам итә.