Үҙәк Банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина социаль проект файҙаһы буйынса фекерен белдерҙе. Уның әйтеүенсә, илдең 24 төбәгендә генә ташламалы ипотека программаһын оҙайтыу отошло. Исемлектә беҙҙең республика ла күрһәтелгән. Был төбәктәрҙә төҙөлөш йылдам бара һәм яңы йорттан торлаҡ алырға теләгән халыҡ һаны ла етерлек. Былтыр Башҡортостанда һәр дүртенсе ипотека льготалы шарттарҙа бирелгән.