“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә

Быйыл Өфө ҡалаһы Киров районында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса байтаҡ объекттарҙы сафҡа индереү планлаштырыла. Был турала беҙгә хакимиәттең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары Айнур Фәйзуллин хәбәр итте:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” 2014 йылдан уңышлы эшләп килә. Проект республика, Өфө ҡалаһы бюджетынан һәм халыҡтан йыйып алынған иғәнәләр иҫәбенә эшләнә. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Сөнки был проект йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы. Өфө ҡалаһы Киров районында быйыл ошо программа нигеҙендә 13 объектты сафҡа индереү күҙ уңында тотола. Былтыр 11 проект тормошҡа ашырылды, уларҙыңһигеҙендә балалар майҙансыҡтары һәм спорт комплекстары асылды. Мечта ҡасабаһында юл төҙөкләндерелде, шулай уҡ ғаиләләр һорауы буйынса күп урындарҙа йорт эргәһендәге майҙансыҡтар тәртипкә килтерелде, балалар майҙансыҡтары төҙөлдө. Яңыраҡ Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтовҡа Достоевский урамында йәшәүселәр сквер һәм парковка урындары булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Беҙ барлыҡ теләк-тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, халыҡҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамлашабыҙ.

Республикала быйыл “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ҡаҙнанан 400 миллион һум бүленә. 2020 йылда ла ошондай сумма булған. Былтыр ауылдарҙа – 385, ҡалаларҙа 178 проект тормошҡа ашырылған.