Йәштәр хоккей лигаһында плей-офф барышында “Толпар” һәм “Югра мамонттары” үҙ-ара осраша. Бөгөн Ханты-Мансийскиҙа икенсе уйын үтте. Унда йәш юлаевсылар 7-3 иҫәбенә еңеү яуланы. Беренсе уйында ла “Толпар” көслөрәк булғайны. Серияла Өфө хоккейсылары 2-0 иҫәбе менән алға сыҡты. Өс еңеү яулаған команда сирек финалға үтә. Командалар араһында өсөнсө уйын 14 мартта Өфөлә уҙа.