Һәр етенсе конкурсант - беҙҙең республиканан. Был бәйгелә ил буйынса 13 меңдән ашыу кешенән ғаризалар ҡабул ителгән. Башҡортостандан 1 мең 800-гә яҡын ҡатнашыусы булған. Конкурс еңеүселәренә төбәк башҡарма власть органдарының матбуғат хеҙмәтенә эшкә урынлашыу, алдынғы интернет-эксперттар кәңәшен алыу мөмкинлеге бирелә. Әле комиссия ҡабул ителгән эштәрҙе тикшерә.