Алексей Касьянов Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яңы инспектор менән видеоконференция режимында уҙған кәңәшмәлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы.

Алексей Касьянов оҙаҡ йылдар прокуратура һәм тикшереү органдарында уңышлы эшләне, хеҙмәттәштәренең һәм дәүләт органдары вәкилдәренең ихтирамын яуланы, тине үҙ сығышында тулы хоҡуҡлы вәкил. Ул шулай уҡ Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе булыуын билдәләне. Республика илде үҫтереү буйынса стратегик проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Шуға ла баш федераль инспектор иңендә етди яуаплылыҡ ята, – тине Игорь Комаров. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та Алексей Касьяновты юғары профессионал һәм ышаныслы коллега булараҡ белеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Осрашыуҙа сығыш яһаусылар шулай уҡ әлегә тиклем федераль инспектор булып эшләгән Михаил Закомалдинға рәхмәт белдереп, уға яңы эшендә уңыштар теләне. Республика башлығы уның хеҙмәтен Салауат Юлаев ордены менән баһаланы.

Илдар Байбулатов