Республика перинаталь үҙәгендә быйыл тәүге тапҡыр өс игеҙәк бала донъяға килде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөлә йәшәүсе Нуретдиновтар ике малай һәм бер ҡыҙ менән бала табыу йортонан өйҙәренә оҙатылды. Өс бәпесте нығытып, ата-әсәһе ҡулына тапшырыу өсөн табиптар күп көс һала. Ҡатмарлы осраҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙар тап перинаталь үҙәктә хеҙмәтләндерелә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Әмир, Сәит һәм Йәсминә...Кескәйҙәрҙең йәш айырмаһы - ни бары бер минут. Ситтән ҡарағанда сабыйҙар бер төрлө булып күренһәләр ҙә, әсәләре уларҙы тәүге күреүҙән үк айыра, өсөһө өс төрлө, тип билдәләй. Республика перинаталь үҙәгендә тыуған игеҙәктәрҙе бөтә учреждение күтәренке кәйеф менән өйҙәренә оҙатты.

Донъяға бер юлы өс бала килгән осраҡтар - перинаталь үҙәктә йылына бер генә тапҡыр була торған хәл. Учреждениела бала табыу менән бәйле ҡатмарлыҡтар кисергән пациенттарға төплө иғтибар бүленә. Йөклө ҡатындың сәләмәтлеге көслө белгестәр тарафынан күҙәтелә. Ауырлыҡтар менән тыуған бәпестең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн шарттар булдырыла.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы, бала табырға әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өс кимәлгә бүленеп күҙәтелә. Беренсе кимәл аҫтында район үҙәгендә бала табыу йорттары, икенсеһендә - ҡала учреждениелары, өсөнсөһөндә махсус ҡаралған республика бала табыу йорттары күҙ уңында тотола. Әсәнең һәм тыуасаҡ сабыйҙың һаулығына хәүеф янаған осраҡта улар өсөнсө кимәлдәге республика учреждениеһында бала табырға тейеш.

Башҡортостанда башҡа төбәктәрҙә кеүек йөклө ҡатындар буйынса мониторинг алып барыла. Әсәй булырға әҙерләнгән ҡатын табип күҙәтеүе аҫтына алынғас та электрон базала уның сәләмәтлеге буйынса мәғлүмәт күрһәтелә. Хәүеф янаған осраҡта улар автоматлаштырылған рәүештә баш ҡала учреждениеһына оҙатыла.

Республикала тыуған балаларҙың 20 проценты ғына тәбиғи шарттарҙа, ҡатмарлыҡтарһыҙ донъяға килә. Башҡа осраҡтарҙа буласаҡ әсәгә һәм бәпескә аҡ халатлыларҙың махсус ярҙамы талап ителә.

Перинаталь үҙәктә заманса ҡоролмалар һәм көслө табиптар бригадаһы ваҡытынан алда тыуған күп бәпестәрҙең ғүмерен ҡотҡара. Үҙәктә 500 грамм булып тыуған сабыйҙарҙы үҫтереп ебәреү осраҡтары ла йыш күренеш. Сәләмәтлек һағында торған табиптар көн һайын яҡты донъяға уртаса 50 бала ҡабул итә.

Флорида Ким