Сәсеү рәсми рәүештә Ҡырым республикаһында һәм Краснодар крайында башланған да инде. Рәсәйҙең көньяғында баҫыуға сығыу яҡын көндәрҙә көтөлә. Быйыл сәсеүлек майҙандары былтырғыға ҡарағанда 600 мең гектарға арта. Комплекс орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән, кәрәкле запас та тупланған. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә проблема булмаҫҡа тейеш.