Республикабыҙ баш ҡалаһында туристик навигация системаһын сафҡа индереү дауам итә

Уны һынау марттың икенсе яртыһында Пушкин һәм Ленин урамдары киҫелешендә планлаштырылған. Эштәрҙе Башҡортостан башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты башҡара. Төбәк әһәмиәтендәге 306 туристик обьектҡа илткән юлдарҙа 1 мең 252 билдә урынлаштырылған.