Яңы этап ошо айҙа уҡ башлана. Был эске туризм һәм ял итеү-дауаланыу урындарына барыу өсөн йүнәлтмәләрҙе алдан бронләү, хеҙмәттәр өсөн түләү мөмкинлеге бирә. Тик “Мир” картаһы менән иҫәпләшергә кәрәк. Сығымдарҙың 20 проценты 5 көн эсендә ошо уҡ картаға кире ҡайтарыла.