Благовещендағы йылдам үҫеш биләмәһендә яңы завод була

Унда ПВХ һәм алюминийҙан төҙөлөш конструкциялары етештереү ҡарала. “Инвестиция сәғәте”ндә ошондай проект тәҡдим ителде. Инвестиция күләме - 300 миллион һум. Бизнес-планға ярашлы, 100-гә яҡын яңы эш урыны булдырыла. Әҙер продукция әкренләп республика баҙарында сит төбәктәрҙән килтерелгән конструкцияларҙы алмаштыра аласаҡ. Фекер алышыуҙан һуң, проект “Благовещен” индустриаль паркы резиденты исемлегенә индерелде.