Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы, бәлиғ булмағандарҙы рөхсәт ителмәгән митингтарға һәм экстремистик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү тыйыла. Һуңғы ваҡытта илдә үҫмерҙәрҙең күмәк халыҡ йыйылған сараларҙа ҡатнашыуы күҙәтелә. Бындай йыйылыштарҙы үткәреү күп осраҡта рөхсәт ителмәй. Балаларҙы санкцияланмаған митингтарға йәлеп итеү уларҙың именлеген хәүеф аҫтына ҡуя.