Сауҙа министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алты таратыу пунктында һөт ризыҡтарынан тыш, бутҡа, һут, йәшелсә, емеш һәм ит иҙмәһе, шулай уҡ гигиена әйберҙәре һатыла. Бындай кибеттәр Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Ассортиментты байытыу халыҡ үтенесе буйынса башҡарылған.