Был аҡсаға ойошма һәм эшҡыуарҙарҙың транспорт сығымы ҡапланған, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан. 60 компания һәм 42 эшҡыуарға субсидия бирелгән. Бынан тыш, “экспорт кэшбэк” тигән программа булдырылды. Тауарын сит илгә һатып килем алған ойошмаға республика бюджетынан 10 процент өҫтәп түләнә. Әле Башҡортостанда 1 меңгә яҡын компания һәм эшҡыуар экспорт менән шөғөлләнә.